Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә милләт-ара татыулыҡҡа бағышланған конференция асылды

Сәйәсәт

«Рәсәй һәм уның төбәктәре граждандар берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулыҡты эҙләп» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы Өфөлә үҙ эшен башланы. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, республика Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр институты сығыш яһай. Форум Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына йомғаҡ яһауға арналған.

Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең 25 төбәгенән ғалимдар Рәсәй граждандар милләте, милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләрен, бөгөнгө милли сәйәсәткә ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшерәсәк. Атап әйткәндә, донъяла, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда этник-ара һәм конфессия-ара мәсьәләләрҙе хәл итеү тәжрибәһе һәм ошо юҫыҡта бөгөн ҡулланылған саралар тикшереләсәк. Рәсәйҙең полиэтник төбәктәрендә дәүләттең кадрҙар сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Пленар ултырыш менән бер рәттән фәнни форум программаһында өс секция ултырышы ла ҡаралған. Конференция һөҙөмтәләре материалдар тупланмаһы формаһында донъя күрәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть