5 декабрь, Дүшәмбе

10 ноябрь 2011 йыл, 12:15

Рөстәм Хәмитов Мәсетле районында ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондарында ауыл биләмәләре башлыҡтары менән сираттағы осрашыу үткәрҙе.

2011 йылға йомғаҡ яһап, Рөстәм Хәмитов дөйөм алғанда республикала эштәрҙең көйлө булыуын билдәләне. Сәнәғәт производствоһы күләме бер йыл эсендә 10 процентҡа артҡан. Һалым керемдәре йәһәтенән дә Башҡортостан йыллыҡ планын үтәгән. 10-12 миллиард һум күләмендә өҫтәмә килемдәр көтөлә. Торлаҡ төҙөлөшөндә лә һөҙөмтәләр насар түгел: 1,4 миллион квадрат метр сафҡа индерелгән – былтырғыға ҡарағанда был 4-5 процентҡа күберәк. Уртаса Рәсәй күрһәткестәре менән сағыштырмаса, башҡа төбәктәргә ҡарағанда Башҡортостада хәлдәр күпкә яҡшыраҡ.

Ауыл хужалығына килгәндә, Рөстәм Хәмитов йылдың уңышлы булыуын билдәләне.

— Төньяҡ-көнсығыш райондарында 200 мең тонна иген уңышы алынған, был һуңғы 7-10 йыл эсендә иң яҡшы күрһәткестер, ә ҡайһы бер хужалыҡтар буйынса – һуңғы 15 йыл эсендә, — тине Президент. – Быны беҙгә тәбиғәт бирҙе. Әммә республика власы ла ауыл хужалығы етештереүселәренә ҙур ярҙам күрһәтте. Аҡсалар иң кәрәкле ваҡытта килеп торҙо. Сәсеү башланғандан алып яғыулыҡты арзанайтыу буйынса саралар күрҙек, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙа аҡсалата ярҙам күрһәттек. Һөҙөмтәлә өс мең самаһы ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Техника хаҡының 40 процентын республика түләне, был ярайһы уҡ һөҙөмтәләр бирҙе. Беҙгә сәсеүлек майҙандары структураһы тураһында уйларға кәрәк. Бөгөн иген баҫыуҙарының яртыһында тиерлек бойҙай сәселә. Ғалимдар иҫбатлауынса, республикала бойҙайҙы майҙандың 20-25 процентында ғына сәсергә кәрәк, ҡалған майҙандарҙа бөгөн баҙарҙа талап ителгән ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культураларын сәсеү зарур. Алдынғы райондар ауыл хужалығы продукцияһының яңы төрҙәренә күсә башланы ла инде. Шулай уҡ беҙ машина-трактор станциялары тураһында ла уйлайбыҙ. Бер яҡтан был уңайлы ла кеүек, икенсе яҡтан яҡшы ниәттәр менән булдырылған был станциялар крәҫтиәндәрҙе талай. Ҡайһы бер республика хужалыҡтары машина-трактор станцияһы хеҙмәттәренән баш тарта башланы.

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарына килгәндә, Рөстәм Хәмитов тейешле программа ҡабул ителеүе тураһында әйтте. Документҡа ярашлы, был төбәк хеҙмәтселәренең тормошо яҡшыртыласаҡ. Бында халыҡтың 5 проценты йәшәй, ә етештереү күләме ни бары 0,5 процент тәшкил итә.

— Төньяҡ-көнсығыш райондарында тәбиғәт байлыҡтары ла етерлек, халыҡ та күп йәшәй, тип һыҙыҡ аҫтына алды ул. – Тимәк бында системалы өҙөклөк бара. Һәм ул бер-ике йыл дауамында ғына түгел, бәлки, тиҫтәләгән йылдар дауамында баралыр. Бөгөн совет власы осорондағы позициялар юҡ кимәлдә. Хәлде төҙәтеү өсөн ашығыс рәүештә саралар күрергә кәрәк. Халыҡты бындай насар хәлдә ҡалдырырға ярамай. Нефть, ағас эшкәртеү өлкәләрен яйға һалырға кәрәк. Ысынын әйткәндә, төньяҡ-көнсығыш райондары буйынса эшләнәһе эштәр бик күп. Бында эшһеҙлек күрһәткестәре лә юғары. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы өлкәләрендә кадрҙар етешмәй. Шулай уҡ юлдар мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.

Президент республикаға инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһен дә ҡуҙғатты.

— Быйыл ғына Башҡортостан Республикаһы капиталына инвестициялар 150 миллиард һум самаһы тәшкил итте, — тине Рөстәм Хәмитов. – Үткән йыл менән сағыштырмаса, был 25-30 миллиардҡа күберәк, һәм был насар һөҙөмтә түгел. Йән башына инвестициялар буйынса Рәсәй Федерацияһында беҙ аҙаҡҡы, яҡынса 30-40-сы урындарҙы биләйбеҙ. Волга буйы федераль округында беҙ – 11-се урында. Беҙгә алғы урындарға ынтылырға кәрәк, бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәре буйынса, республикала социаль күрһәткестәр арта. Уртаса эш хаҡы 18,5 мең һумға етте, ә йыл башында ул 16 мең ине. Башҡортостанда халыҡтың күп өлөшө ауылдарҙа йәшәй, бында уртаса эш хаҡы 8-9 мең тәшкил итә, шуға күрә ауылдарҙа эш хаҡын күтәрергә, производстволар булдырырға кәрәк.

— Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса тиҙ арала программа әҙерләргә ҡуштым, — тип хәбәр итте ул. – Йәштәр эшһеҙ йөрөгән саҡта, ҡатмарлы, ауыр хәлдәр килеп тыуа. Шуға күрә төрлө конфликттар килеп сыҡмаһын өсөн, был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ. Уны шәхсән үҙем контролдә тотасаҡмын. Кәрәк икән, аҙна һайын оперативкалар үткәрәсәкмен, әммә Мәғариф министрлығынан, Йәштәр сәйәсәте министрлығынан, вице-премьерҙарҙан ауылдарҙа эш урындарын булдырыуҙы талап итәсәкмен.

Президент билдәләүенсә, ололарға ҙур ярҙам күрһәтелә.

— Беҙ Рәсәйҙә пенсионерҙарға путевкалар һатып алырға ярҙам итеүсе берҙән-бер төбәк, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Быйыл өс меңдән ашыу пенсионер льготалы путевкалар ала аласаҡ. Быға 30 миллион һум тирәһе аҡса китте, әммә был эште дауам итәсәкбеҙ. Тәүге йыл уңышлы булды, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы ҙур. 300-400 кеше Төркиәлә ял итеп ҡайтты. Быйыл хеҙмәт пенсияһы – 9 процентҡа, социаль пенсия 10 процентҡа артты.

Муниципаль власҡа килгәндә, Рөстәм Хәмитов ауыл биләмәләре башлыҡтарына киләһеләрҙе әйтте:

— Власть халыҡҡа таянып эшләргә тейеш. Халыҡты ишетмәгән власть һәләкәткә дусар була. Шуға күрә ябай халыҡ мәнфәғәттәренән сығып эш итергә кәрәк.

темалар: бр президенты