11 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2011 йыл, 12:06

Өфөнөң полиция хеҙмәткәрҙәре ҡала урамдарына патрулгә «Фиатта» сығасаҡ

автор: Ольга Мортазина

Патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре байрам алдынан бүләк алды. Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы полицияһының патруль-пост хеҙмәте полкына 15 яңы «Фиат Альбеа» автомобилдәре тапшырылды. Был хаҡта БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Машиналар махсус тауыш сигналдары, шулай уҡ мобиль радиостанциялар менән йыһазландырылған. Автотранспорт һатып алыуға средстволар федераль ҡаҙнанан бүленгән. Баш ҡаланың патруль-пост хеҙмәте командиры Илдар Хөрмәтуллинға сит ил маркалы машиналарҙың асҡыстарын тантаналы рәүештә Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин тапшырҙы. Ул полиция хеҙмәткәрҙәрен Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы һәм бүләк ителгән автомобилдәр енәйәтселеккә ҡаршы көрәштә ҙур ярҙам буласаҡ, тигән ышанысын белдерҙе.

темалар: матди база