4 декабрь, Йәкшәмбе

10 ноябрь 2011 йыл, 10:58

Хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә бер йылда 12 мең документтар пакеты ҡабул ителгән

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар буйынса килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүенә документтар ҡабул итеүҙе урындарға барып үткәреү дауам итә. Октябрь айында 37 муниципаль райондың 104 тораҡ пунктында күсмә ҡабул итеүҙәр үтте, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Кадастр палатаһының матбуғат хеҙмәте.

Граждандар күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәүгә 1207 документтар пакеты тапшырған. Шулай уҡ күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрелгән тораҡтарҙың һәм эргә-тирәләге ауылдарҙың халҡы ер участкаларына хоҡуҡтарҙы теркәү, күсемһеҙ милек объекттарын кадастр иҫәбенә ҡуйыу, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә документтар тапшырыу тәртибе һәм дәүләт пошлиналары күләмдәре мәсьәләләре буйынса тейешле мәғлүмәт алған.

Күсмә ҡабул итеүҙәр үткәрелә башлаған көндән, 2010 йылдың 25 октябренән алып  быйылғы йылдың 31 октябренә тиклем 11927 документтар пакеты ҡабул ителгән, 53 муниципаль райондың 842 тораҡ пунктында күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторолған.