8 декабрь, Кесе йома

10 ноябрь 2011 йыл, 9:05

Башҡортостанда республика ветерандары ойошмаһының 25 йыллыҡ юбилейы билдәләнәсәк

автор: Сергей Захаров

2012 йылдың февралендә Башҡортостанда Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионерҙарҙың) Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы төҙөлөүенең 25 йыллығына арналған юбилей саралары үтәсәк.

Тейешле Указға республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Хөкүмәткә байрам саралары планын эшләү һәм раҫлау, финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы ҡуйылған.

Район һәм ҡала хакимиәттәренә тантаналар үткәреүҙә әүҙем ҡатнашырға тәҡдим ителә.

Указдың үтәлешенә контроль Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.