9 декабрь, Йома

10 ноябрь 2011 йыл, 9:40

Рөстәм Хәмитов драматург Нәжип Асанбаевты 90 йәше менән ҡотланы

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург Нәжип Асанбаевтың 90 йәшенә арналған тантаналы кисәлә булды.

Рөстәм Хәмитов республика мәҙәниәтенә индергән ҙур өлөшө өсөн юбилярға рәхмәтен белдерҙе һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденын тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.