3 декабрь, Шәмбе

09 ноябрь 2011 йыл, 17:42

Өфөлә Рәсих Әхмәтвәлиевтың күргәҙмәһе асылды

автор: Юлия Антипина

«Мираҫ» галереяһында рәссам Рәсих Әхмәтвәлиевтың күргәҙмәһе асылды. Экспозицияның икенсе өлөшө Нестеров исемендәге музейҙа 10 ноябрҙә асыласаҡ.

«Мираҫ»та рәссам яңы эштәрен тәҡдим итә, ә Нестеров исемендәге музейҙа бик һирәк тәҡдим ителә торған эштәре урын аласаҡ.

Күргәҙмәлә рәссамдың билдәле «Һыбайлылар» эше лә бар.

— «Һыбайлы» темаһы ижадымда төп тема һанала, әммә был бер ҙә улай түгел, — тине рәссам. — Был темаға мин әленән-әле әйләнеп ҡайтам. Һыбайлы образы – барлыҡ халыҡтар һәм мәҙәниәттәр өсөн бер булған кешенең генетик хәтере. Был ижадымдағы ир-аттар темаһы. Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ә ҡатын-ҡыҙҙар темаһы «Рәссам һәм Муза» шәлкемендә тәҡдим ителә.

Күргәҙмә 11 декабргә тиклем эшләйәсәк.

темалар: күргәҙмәләр