8 декабрь, Кесе йома

09 ноябрь 2011 йыл, 17:13

Өфөнөң «Ихлас» мәсете ҡарамағында фарсы кухняһы рестораны асыласаҡ

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Өфөнөң «Ихлас» мәсете ҡарамағында фарсы кухняһы рестораны асыласаҡ, тип хәбәр итте Башҡортостанда хәләл индустрияһын үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл барышында әлеге мәсет имамы Мөхәммәт Ғәлләмов.

— Бының өсөн Ирандан белгестәрҙе һәм бизнесмендарҙы саҡырҙыҡ, — тине Мөхәммәт хәҙрәт. – Оҫталар залды тейешле стилдә биҙәйәсәк, ә тәжрибәле ашнаҡсылар хәләл нормаларына тап килтереп фарсы кухняһы ризыҡтарын әҙерләйәсәк. Бында Ирандың билдәле тәмле-татлы ризыҡтарынан да ауыҙ итеп буласаҡ.

Уның һүҙҙәренсә, ноябрь аҙағында Иран Ислам республикаһынан беренсе белгестәр киләсәк. Буласаҡ ресторан бинаһы мәсеттән һул яҡта төҙөлгән дә инде. Әлеге ваҡытта эске һәм тышҡы биҙәү эштәре алып барыла. Буласаҡ ресторанға исем дә уйлап табылған — «Ирани».