Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

7 меңдән ашыу йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта ала

Иҡтисад

Башҡортостанда йәш ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы кредиттар, бала тыуғанда социаль түләүҙәр һәм субсидиялар биргәндә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Был хаҡта бөгөн «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында үткән онлайн-конференцияла Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин хәбәр итте.

— Һуңғы ете йылда, йәш ғаиләләргә ярҙам программаһы ғәмәгә ашырыла башлағандан алып, республикалағы 12 мең пар төрлө формала дәүләттән ярҙам алды, — тине ул. – Нигеҙҙә был социаль ташламалар. Был маҡсатҡа 1,8 миллиард һум аҡса бүленде.

Евгений Мавриндың әйтеүенсә, программа артабан үҫтереләсәк. Киләһе йылдан йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ төҙөү менән Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты шөғөлләнәсәк.

— Дүрт йыл дауамында республикалағы 7,5 меңдән ашыу ғаилә дәүләт ярҙамына дәғүә итә аласаҡ, — тип белдерҙе Евгений Маврин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть