Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Волга буйы федераль округы Медиа-форумында ҡатнаша

Йәмғиәт

Бөгөн Түбәнге Новгородта Волга буйы федераль округы Медиа-форумы үтә. Унда РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, алдынғы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, мәғлүмәти һәм мәҙәни сәйәсәт өлкәһендәге эксперттар, Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнаша.

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, «Молодежная газета» баҫмаһының баш мөхәррире Ярослава Голобородько, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы, «Юлдаш» радиоканалының ижтимағи-сәйәси һәм нәфис тапшырыуҙар ижади берекмәһе етәксеһе Рәсүл Сәғитов сарала Башҡортостан исеменән сығыш яһай.

Электрон баҫмаларҙың һәм интернеттың Рәсәй йәмғиәтенә йоғонтоһо пленар ултырыштың төп темаһы булып тора.

Медиа-форумда «Социаль сәйәсәт: мәғлүмәттең яңы сифаты», «Милли-конфессиональ мөнәсәбәттәр, терроризмды һәм экстремизмды иҫкәртеү өлкәләрендә мәғлүмәт сәйәсәтен формалаштырыу» һәм башҡа секциялар эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть