7 декабрь, Шаршамбы

09 ноябрь 2011 йыл, 15:06

Рөстәм Хәмитов «Ленин» ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән танышты

автор: "Башинформ"

9 ноябрҙә, Мәсетле районы буйлап эш сәфәре барышында, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Түбәнге Баба ауылындағы «Ленин» ауыл хужалығы етештереү кооперативында булды, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Агропредприятие 1956 йылда ойошторолған. Әлеге ваҡытта бында 240 кеше эшләй. Игендең тулайым йыйымы ағымдағы йылда гектарынан 98,4 мең центнерҙы тәшкил иткән. Хужалыҡта 1285 баш эре мал, шул иҫәптән 700 һыйыр иҫәпләнә, бер һыйырҙан тулайым һауым – 4018 кг. Ауыл хужалығы етештереү кооперативының тауар әйләнеше йылына 100 млн һум самаһына етә.

Башҡортостан Президенты һөтсөлөк корпустарын һәм быҙау аҙбарын ҡарап сыҡты, хужалыҡтағы көнүҙәк мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Бында кадрҙар етешмәүе асыҡланды (һауынсылар, малсылар, көтөүселәр кәрәк). Хужалыҡтағы уртаса эш хаҡы 9,3 мең һумға тиң.

Рөстәм Хәмитов бында малсылыҡтың иҫкергән алымдар менән алып барылыуын билдәләне.  

— Республикала заманса фермалар төҙөлгән хужалыҡ өлгөләре бар, уларҙа компьютер технологияһы файҙаланыла, ә малдар тураһындағы бөтә мәғлүмәт махсус чипта һаҡлана, — тип билдәләне Президент.

Республика башлығы ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселегенә Мәсетле районында эре мал аҫрауҙың заманса алымдарын индереү тураһында уйларға тәҡдим итте.  

— Ул ваҡытта хужалыҡҡа йәш белгестәр ҙә киләсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.