Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан бейеүселәре Силәбелә «Синегорье» халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

14-18 ноябрҙә М.Глинки исемендәге Силәбе опера һәм балет театрында һәм С.Прокофьев исемендәге концерттар залында V «Синегорье» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтәсәк. Унда Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, «Синегорье» фестивале беренсе тапҡыр Мәскәүҙә 2002 йылда үткән, унда илдең төрлө төбәктәренән 45-кә яҡын коллектив йыйылған. Был юлы фестиваль Силәбелә үткәрелә, унда Башҡортостан вәкилдәре лә сығыш яһаясаҡ. Сараға Башҡортостан Республикаһының өлкәләге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов та киләсәк. Башҡортостан вәкилдәренән тыш, Италия, Сербия, Абхазия, Ҡалмыҡстан, Ҡаҙағстан, Ырымбур фольклор коллективтары ла үҙ номерҙарын күрһәтәсәк.

Фестиваль сиктәрендә Халыҡ-ара фольклор ассоциацияһы конгресы һәм «Фольклор оскары» премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Унда 30-ҙан ашыу милли фольклор ассоциация вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть