10 декабрь, Шәмбе

09 ноябрь 2011 йыл, 13:55

Октябрҙә аҙыҡ-түлеккә 0,5 процентҡа хаҡ күтәрелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала бер айҙа аҙыҡ-түлеккә 0,5 процентҡа хаҡ артҡан. Башҡортостанстат октябрҙәге ҡулланыусылар хаҡтары индексын баҫтырып сығарҙы. Статистиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға 0,6 процентҡа хаҡ артҡан, тауар һәм хеҙмәттәр октябрҙә 1,4 процентҡа ҡыйбатланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, август һәм сентябрҙә статистиктар республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар төшөүен билдәләгәйне. Бөтә төр тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексы сентябрҙә авгусҡа ҡарата 99,9 процентты тәшкил итте. Туҡланыу продукттары ул саҡта бер айҙа 1 процентҡа арзанайғайны. Октябрҙәге мәғлүмәттәр буйынса, аҙыҡ-түлеккә бер аҙ хаҡтар күтәрелеүе күҙәтелә.

Йыл башынан алып тауар һәм хеҙмәттәргә ҡулланыусылар хаҡтары индексы  Башҡортостанда 105,6 процентты тәшкил иткән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда был күрһәткес 105,2% тәшкил итте. Волга буйы федераль округы буйынса иң түбән индекс Һарытау өлкәһендә — 104,3%. Киров өлкәһендә — 105,9%.