11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2011 йыл, 13:24

Башҡортостанда 1,5 млн тоннанан ашыу һөт етештерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл Башҡортостанда 1 млн 500 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән. Төбәк Рәсәй субъекттары араһында һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәй.

БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ районы малсылары иң күп һөт һауған. Бында тулайым һауым 32370 тоннанан ашҡан.

Саҡмағош районы аграрийҙары ла алдынғылар иҫәбендә. Һауылған һөт 31535 тоннаны тәшкил иткән. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында йыл башынан алып һәр һыйырҙан 4,5 мең кг һөт һауылған. Был былтырғы кимәлдән 442 килограмға күберәк. Ошо осорҙа 30063 тонна һөт һауылған.