11 декабрь, Йәкшәмбе

09 ноябрь 2011 йыл, 13:04

Иртәгә һалым һалыу мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола

автор: Евгений Рәхимҡолов

10 ноябрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә һалым һалыу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының һалым түләүселәр менән эшләү бүлеге начальнигы Елена Мусабирова ҡабул итәсәк.

Башлана — 14 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс