7 декабрь, Шаршамбы

09 ноябрь 2011 йыл, 12:57

11.11.11 Башҡортостанда 726 пар ғаилә ҡорасаҡ

автор: Ольга Мортазина

2011 йылдың 11 ноябрендә республикала 726 пар ғаилә ҡорорға теләк белдергән. 214 туй Өфөлә үтәсәк. Был көндө баш ҡаланың район ЗАГС-тарында 30-шар туй теркәләсәк, ә Үҙәк ЗАГС-ҡа 53 ғариза бирелгән. Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһында 11 ноябрҙә 36 пар ғаилә ҡорасаҡ. Ә бына Йылайыр, Федоровка һәм Көйөргәҙе райондарында был көндө берәр пар ғына өйләнешәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының ЗАГС идаралығынан.

  — Ғәҙәттә республика буйынса бер аҙна эсендә 500-600 пар теркәлә. Туй үткәреү өсөн иң «емешле» булған июль һәм август айҙарында аҙнаһына меңгә яҡын пар теркәлә, ә Өфөлә — 300-ҙән ашыу пар, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының ЗАГС идаралығы хеҙмәткәре Ләйсән Абдуллина.

темалар: туйҙар