5 декабрь, Дүшәмбе

09 ноябрь 2011 йыл, 11:35

Күмертау хакимиәте башлығы телеэфирҙа ҡала халҡы менән диалог алып бара

автор: Марина Шумилова

Күмертау телевидениеһында – «Арис» телерадиокомпанияһында «Городские подробности» программаһы старт алды. Тура эфирҙа Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев ҡала халҡы менән бөгөнгө көндәге көнүҙәк мәсьәләләр буйынса диалог алып бара.

Ике программа — «Ҡартлыҡ — шатлыҡ» һәм «Балалар һәм йәштәр» эфирға сыҡҡан да инде. Күмертау халҡы хакимиәт башлығына телефон, электрон почта, Skype, ICQ–портал аша мөрәжәғәт итә ала. «Балалар һәм йәштәр» программаһы дауамында ғына Борис Беляевҡа ҡала тормошоноң төрлө өлкәһенә — һаулыҡ һаҡлауға, мәғариф, ял, тәртип һаҡлауға ҡағылышлы 50-гә яҡын һорау килгән. Бер нисә һорауға тура эфир барышында яуап бирелгән. Ентекле тикшереүҙе талап иткән һорауҙар контролгә алынған. Уларға яуаптар урындағы баҫма аша биреләсәк.