8 декабрь, Кесе йома

09 ноябрь 2011 йыл, 11:32

Башҡорт дәүләт университетында «Мәҙәниәт көндәре–2011» үтә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт университетында йола буйынса Мәҙәниәт көндәре үтә. Сараны «Киң күләмле мәҙәни эшмәкәрлекте иң яҡшы ойоштороусы» конкурсы асты. БашДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала өс сара үтәсәк. Бөгөн төп корпустың йыйылыштар залында «Минең донъям – сәхнә» алып барыусылар конкурсы уҙғарыласаҡ. Шаршамбы, 9 ноябрҙә, — «Былар барыһы ла кинофильм кадрҙары» эстрада йырҙары конкурсы, 12 ноябрҙә Конгресс-холда «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбленең юбилей концерты үтәсәк.

Шулай уҡ 17 ноябрҙә вуздың төп корпусында – «Мин, һин, ул – бергә тоташ бер ил» фотокүргәҙмәһе, шулай уҡ «Бәләкәй Арбат» hand-made күргәҙмәһе асыласаҡ. 18 ноябрҙә йыйылыштар залында студенттар «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынында көс һынашасаҡ.

22 ноябрҙә университеттың ижади коллективтары хәҙерге заман сәнғәте фестивалендә ҡатнашасаҡ. «Мәҙәниәт көндәре–2011» БашДУ студенттары менән ойошторолған «Яңы йондоҙҙар ҡабынһын, элеккеләре – һүнмәһен» клубының юбилей кисәһе менән тамамланасаҡ. Кисә 25 ноябрҙә үтәсәк.