3 декабрь, Шәмбе

09 ноябрь 2011 йыл, 10:44

Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡты артабан яңыртыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта финанс ресурстарҙы ҡулланыу һөҙөмтәлелеге, тармаҡты артабан яңыртыу һәм тарифтарҙы көйләү Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә төп темалар булып торҙо. Уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Кәңәшмәлә Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин һәм РФ Дәүләт Думаһының Гражданлыҡ, енәйәт, арбитраж һәм процессуаль ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников ҡатнашты.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәртип булдырыу, тармаҡты реформалаштырыу һәм был өлкәлә хоҡуҡи көйләү – ил башлыҡтарының иғтибар үҙәгендә торған мәсьәләләр. Башҡортостанда ла уларға айырыуса иғтибар бүленә, һәм был өлкәлә ҡайһы бер уңыштарға ла өлгәшелде.

— Торлаҡ-коммуналь хужалығындағы хәл яңыртыуҙы талап итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Республикала яҡынса бер миллион квадрат метр торлаҡ иҫке һәм авария хәлендә. Капиталь ремонт талап ителгән торлаҡ 22 миллион квадрат метр тәшкил итә. Был Башҡортостан Республикаһы торлаҡ фондының һәр дүртенсе квадрат метры тиерлек.

Республика башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иҫкергән объекттар һаны менән таныштырҙы. Беҙҙең республикала улар 60 процент тәшкил итһә, илдә уртаса иҫкергән объекттар – 80 процент. Һөҙөмтәле саралар күрелмәһә, коммуналь хужалыҡ объекттарында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең артыуы ла ихтимал.

Президент өлкәлә средстволарҙы ҡулланыу һөҙөмтәлелеге мәсьәләһен күтәрҙе. Башҡортостанда ғына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе әйләнешендә тиҫтәләгән миллиард һум аҡса бар.

— Был ресурстарҙы ҡулланыу һөҙөмтәлелеге шәптән түгел, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Аҡсаларҙы үҙ кеҫәһенә һалырға теләүселәрҙең булыуын яҡшы беләбеҙ.

Шуға күрә өлкәләге эштәргә хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ҙур иғтибар бүлә. Республика прокуратураһы ҙур тикшеренеүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә 69 вазифалы кеше – дисциплинар яуаплылыҡҡа, 26 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, ете енәйәт эше ҡуҙғатылған.

— Был өлкәлә тәртип элек тә, бөгөн дә булдырыла һәм артабан да тырышасаҡбыҙ, — тине Башҡортостан Президенты. – Беҙҙең граждандарҙың кеҫәһенә төшөргә теләүселәргә аяу булмаясаҡ.

Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенең ҡатмарлы булыуын һәм ялыуҙарҙың да күп булыуын билдәләне.

Башҡортостан Президенты, тармаҡты реформалаштырыуҙа халыҡ үҙе ҡатнашырға тейеш, тип белдерҙе. Был мөмкинлектәрҙе «Домком» проекты аша тормошҡа ашырырға мөмкин. Бөгөнгө көнгә һигеҙ мең күп фатирлы йорт советы булдырылған. Уларҙың рәйестәре тейешле белем алып, эшкә тотонған да инде.

— Һөҙөмтәле үҙидара мәсьәләһен әүҙемләштереүгә өлгәштек. Һәм был күҙ буяр өсөн генә эшләнмәй. Халыҡҡа йорттарҙа, ихаталарҙа тәртип булдырыуҙа ярҙам итергә тырышабыҙ. Юридик ярҙам да ойошторолдо. Барыһы ла – халыҡ өсөн, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.