9 декабрь, Йома

09 ноябрь 2011 йыл, 10:13

Өфөнөң Опека һәм попечителлек идаралығына ҡабул итеүгә Интернет аша яҙылырға мөмкин

автор: Эльмира Сабирова

Опека һәм попечителлек өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар биреү, шулай уҡ етем һәм ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек идаралығында ҡабул ителеүгә хәҙер интернет аша ла яҙылырға мөмкин. Был хеҙмәттән файҙаланыу өсөн ведомство сайтының «Ҡабул ителеүгә яҙылыу» бүлегенә инергә кәрәк.

Уллыҡҡа алырға теләгәндәр ҙә ошо рәүешле  ҡабул ителеүгә яҙыла ала. Идаралыҡта әйтеүҙәренсә, интерактив режимда ҡабул ителеүгә яҙылыу ваҡытты һөҙөмтәле планлаштырырға мөмкинлек бирә: мөрәжәғәт итеүселәр үҙҙәренә уңайлы ваҡытты һайлап, билдәләнгән сәғәттә килә ала. Был, үҙ сиратында, белгескә сират көтөү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ.

Ведомство етәксеһе Руслан Хәбибов һәр дүшәмбе 16-18 сәғәттәрҙә ҡабул итә, Идаралыҡ белгестәре шаршамбы һәм кесаҙна көндәрендә 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем ҡабул итә (төшкө аш ваҡыты 13-14 сәғәттә); шишәмбе, йома – граждандар ҡабул ителмәй (етем балаларға ҡағылмай).