6 декабрь, Шишәмбе

09 ноябрь 2011 йыл, 9:07

Миәкә районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы көнө үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Миәкә районында «Берҙәм Рәсәй» партияһы көнө үтте. Был уңайҙан ойошторолған тантаналы сараларҙа Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов, республиканың мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, Башҡортостан Президенты Хакимиәте вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре, медицина предприятиелары етәкселәре һәм район халҡы ҡатнашты.

«Берҙәм Рәсәй» көнө Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы Советтар Союзы Геройҙары бюстарына сәскәләр һалыуҙан һәм еңел атлетика байрамынан башланды. Бынан һуң берҙәм рәсәйлеләр, ике төркөмгә бүленеп, район буйлап сәфәргә сыҡты. Улар «Миәкә һөт заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективы менән осрашты, Ҡанбәк ауылында булды, унда реконструкцияланған балалар баҡсаһын асыу тантанаһында ҡатнашты. Артабан «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре балалар өсөн социаль приютҡа барҙы.

Ошо уҡ көндө район мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш үтте, унда берҙәм рәсәйлеләр ҙә ҡатнашты. Йыйылышта йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды, производство алдынғылары наградланды. «Берҙәм Рәсәй» партияһы көнө район мәҙәниәт һарайында ҡунаҡтарҙың партия активистары менән осрашыуы һәм йәштәрҙең мәҙәни-күңел асыу программаһы менән тамамланды.