8 декабрь, Кесе йома

08 ноябрь 2011 йыл, 17:41

Рөстәм Хәмитов һәм Сергей Степашин Өфөлә ремонтланған торлаҡ йорттарҙы ҡараны

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республикаға визит менән килгән Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин Өфөлә ремонтланған торлаҡ йорттарҙы ҡараны. Баш ҡаланың күп фатирлы йорттарына капиталь ремонт Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды бүлгән аҡсалар ярҙамында үткәрелде.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала авария хәлендә булған һәм капиталь ремонт талап иткән йорттар әле күп. Әммә был йүнәлештә ыңғай үҙгәрештәр бар. «Яйлап булһа ла, был ауыр хәлдән сығыу юлдарын табабыҙ», — тине республика башлығы.

Шулай итеп, бөгөнгө көнгә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенә Өфөлә генә ремонт талап иткән 5500 торлаҡ йорттан 500-ҙән ашыуы йәки 10 проценты ремонтланған. Улар араһында – Әй урамындағы дүрт күп фатирлы йорт.

— Бөгөн беҙ айырым йорттар буйынса башҡарылған эштәр тураһында отчет бирҙек. Бик ҙур эштәр эшләнде, — тип һөйләне Өфө ҡалаһы Совет районының Торлаҡ хужалығы идаралығы директоры Илдар Ардаширов. Уның һүҙҙәренсә, 70-се йылдар башында төҙөлгән йорттарға капиталь ремонт ғөмүмән эшләнмәгән. Һәр береһенә ремонт үткәреү өсөн уртаса 14 миллион һум самаһы аҡса киткән.

Рәсәй Иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин күргәндәре менән ҡәнәғәт ҡалды һәм, йорттарға бер йыл элек үткәрелгән капиталь ремонттан һуң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары буйынса экономия һиҙеләме, тип ҡыҙыҡһынды. Илдар Ардаширов һөйләүенсә, бөгөнгө көнгә экономия 28 процент тәшкил итә.

Халыҡ башҡарылған эштән бик ҡәнәғәт, сөнки йорттарҙа хәҙер таҙа ла, иң мөһиме – йылы ла.