4 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2011 йыл, 17:13

Росреестрҙың БР буйынса идаралығында ришүәтселек тураһында ICQ аша хәбәр итергә мөмкин

автор: Ольга Мортазина

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы яңы онлайн-хеҙмәт тәҡдим итә. Эш көнө дауамында 639-199-788 ICQ-номерына Росреестрҙың республика идаралығы хеҙмәткәрҙәре эшенә ялыу менән мөрәжәғәт итергә йәки ришүәт талап итеүҙәре тураһында хәбәр итергә мөмкин.

Был хеҙмәт коррупцияға ҡаршы көрәш планын үтәү маҡсатында индерелгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан һәм, ялыу граждандың исем-шәрифе һәм телефон номеры күрһәтелгәндә генә ҡараласаҡ, тип билдәләнеләр.

темалар: коррупция