11 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2011 йыл, 17:00

Һөт биҙҙәре ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса акция барышында 20 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ медиктарға мөрәжәғәт иткән

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда 1 — 29 октябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар маммографик тикшеренеү үтте. Һөт биҙҙәре ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм иртәрәк диагностикалау буйынса бындай күләмле сара төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Өфөлә 15-16 ноябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй әсәләр форумы алдынан үткәрелде.  

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция сиктәрендә белгестәр йәмғеһе 22014 ҡатын-ҡыҙға консультация биргән, шуларҙың 12493-ө медицина күрһәтмәләре буйынса маммография үткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 4578 ҡатында төрлө патология табылған, шул иҫәптән: 3473 осраҡта — мастопатия, 305 осраҡта фиброаденома булыуы асыҡланған. Был ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәмә консультациянан һуң белгестәр күҙәтеүе аҫтына алынған, 786-һы диагнозды асыҡлау өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән.

15 октябрҙә ошо уҡ акция сиктәрендә 1-се Республика клиник онкология диспансеры поликлиникаһы онкомаммологтары менән һөт биҙҙәре ауырыуҙарын иҫкәртеүгә арналған Асыҡ ишектәр көнө үткәрелгән. Көн дауамында 110 ҡатын-ҡыҙ консультация алған, шуларҙың 56-һына асыҡланған патология буйынса рекомендациялар бирелгән. Яман шештәр табылмаған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һөт биҙҙәре рагы – ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң ныҡ таралған яман шеш ауырыуы. Онкология сирҙәре структураһында был локализация беренсе урында килә. Донъяла йылына һөт биҙҙәре яман шешенең 1 млн осрағы теркәлә. Йыл һайын ул 5-6 процентҡа арта бара. Рәсәйҙә ауырый башлағандарҙың 60 процентында был патология — I-II стадияһында, ә 40 процентында  III-IV стадияла асыҡланған,. Иң күп ауырыусылар һәм сирҙең артыуы 55 – 69 йәшлектәр төркөмөндә теркәлгән. Һөт биҙҙәренең яман шеше ҡатын-ҡыҙҙарҙың онкологиянан үлеүенең төп сәбәбе булып тора.