Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.56 ↓

EUR 68.55 ↑

26 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Нәжип Асанбаев «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды

Сәйәсәт

Ошо көндәрҙә 90 йәшен тултырған билдәле драматург һәм яҙыусы, күп һанлы пьесалар, шул иҫәптән беренсе башҡорт дипломаты Кәрим Хәкимов тураһындағы «Ҡыҙыл паша» пьесаһы авторы Нәжип Асанбаев «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды. Тейешле Указға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Республика башлығының башҡа Указдары менән драма артисткаһы – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының алдынғы сәхнә оҫтаһы Илһөйәр Ғәзетдинова «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһенә лайыҡ булды, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеме Өфө «Нур» татар дәүләт театры артисткаһы Рәсимә Ғәйфуллинаға бирелде, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Азат Биксуринға, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Галина Бутолинаға, Сибай дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Нәсимә Ғизәтуллинаға һәм «Флорида» музыкаль студияһының художество етәксеһе Флорида Исмәғилеваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелде. Ә беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, «Өмет» республика йәштәр гәзите хәбәрсеһе Резида Кадикова, республика Президенты Указына ярашлы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды.

«Башинформ» агентлығы барлыҡ наградланыусыларҙы был исемдәр һәм наградалар менән ихлас ҡотлай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть