5 декабрь, Дүшәмбе

08 ноябрь 2011 йыл, 12:47

Өфөнөң йәш гвардиясылары киң мәғлүмәт сараларының йәмәғәт фекеренә йоғонтоһон тикшерҙе

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Сәйәси клуб» проектында ҡатнашыусылар йыйылышында киң мәғлүмәт сараларының йәмәғәт фекеренә йоғонтоһо тикшерелде. Сара Башҡортостандың йәш гвардиясылары тарафынан ойошторолдо. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

— Осрашыу Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһында үтте, — тип комментарий бирҙе ул. – Студенттар алдында Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов, Блогерҙар мәктәбе етәксеһе Евгения Куцуева сығыш яһаны.

Киң мәғлүмәт саралары көн һайын тәҡдим иткән мәғлүмәттән нисек файҙалыһын, кәрәклеһен, ҡыҙыҡлыһын һайлап алырға, нисек алданмаҫҡа – сығыш яһаусылар һәм студенттар бергәләшеп ошо һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Һөҙөмтәлә ҡатнашыусылар, мәғлүмәт яңы, файҙалы һәм сифатлы булырға тейеш, тигән фекергә килде.