Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә грузин киноһы кистәре миҙгеле асылды

Йәмғиәт

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата республиканың Ш.Руставели исемендәге грузин милли-мәҙәни үҙәге грузин киноһы кистәре миҙгелен асты. Тәүге кисә Өфөнөң «Смена» кинотеатрында үтте. «Мимино» киноһын ҡарарға Өфөнөң грузин, әзербайжан, әрмән һәм украин йәмғиәттәре йәштәре йыйылды.

Башҡортостан Республикаһындағы Грузин милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Давид Гурешидзе фекеренсә, грузин киноһы кистәрен үткәреү элекке Советтар Союзы халыҡтары араһында уникаль бәйләнештәрҙе тергеҙеүҙә ҙур роль уйнай.

— Дөйөм кешелек ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйған мәҙәниәт төрлө милләт һәм дин кешеләрен берләштереү сараһы булып тора, — тип билдәләне Давид Гурешидзе. – Халыҡтар араһындағы мәҙәни бәйләнештәр дуҫлыҡ һәм татыулыҡты һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Дәүләт һәм йәмғиәт мәҙәниәтте һәр ваҡыт айырыусы һаҡларға тейеш.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть