Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

13000 вакансияға Өфөлә 9000 эшһеҙ тура килә

Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә рәсми рәүештә теркәлгән туғыҙ мең самаһы эшһеҙ иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар һәм ойошмаларҙың баш ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә биргән мәғлүмәтенә ярашлы, ҡалала вакансиялар иҫәбе әлеге ваҡытта 13 меңгә тиерлек етә.

Октябрь аҙағындағы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар иҫәбенең нисбәте бер аҙ артҡан һәм әлегә 0,73-кә тиң. Үҙ сиратында, рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙлек кимәле Өфөлә әле 1,57 процент тәшкил итә.

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә йәмғеһе 9400 кеше иҫәптә тора, шуларҙың 500-ҙән ашыуы бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәргә уҡыуын дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть