4 декабрь, Йәкшәмбе

08 ноябрь 2011 йыл, 11:54

Ирек Зарипов «Йыл рәсәйлеһе» премияһы менән бүләкләнде

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәй Президенты Хакимиәтенең ҙур залында VI «Йәл рәсәйлеһе» милли премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса дүрт тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зариповҡа спорттағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн «Йыл рәсәйлеһе» премияһы бирелде.  

Башҡортостан спортсыһына премияны Рәсәй Паралимпия комитетының генераль секретары, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, саңғы уҙыштары буйынса Паралимпия уйындары чемпионы Михаил Терентьев тапшырҙы, тип хәбәр итә Паралимпия комитетының рәсми сайты.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, был премия менән күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт, спорт, фән һәм иҡтисад, дәүләт власы эшмәкәрҙәре – ғөмүмән, Рәсәйҙе данлауға һәм уның сәскә атыуына булышлыҡ итеүсе кешеләр бүләкләнә.