5 декабрь, Дүшәмбе

08 ноябрь 2011 йыл, 11:13

Кесаҙна ҡала халҡын сираттағы вакансиялар йәрминкәһе көтә

автор: Галина Бахшиева

Кесаҙна, 10 ноябрҙә, Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк. Унда коммуналь, социаль һәм персональ хеҙмәттәр күрһәтеү менән шөғөлләнгән предприятиеларҙың ҡатнашыуы көтөлә.

— Был төрлө пландағы йәрминкә буласаҡ, сөнки унда баш ҡаланың коммуналь һәм социаль хеҙмәттәре лә, кадрҙар агентлыҡтары ла, шулай уҡ күп һанлы дәүләт ҡарамағында булмаған предприятиелар, шул иҫәптән бөҙрәханалар һәм ҡунаҡханалар ҙа ҡатнаша. Ғәҙәттәгесә, вакансиялар, күп буласаҡ. Шуға ла бындай йәрминкәләр һәр ваҡыт 600-ҙән 800-гә тиклем кешене йыя, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең предприятиелар менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ирина Турчина.