5 декабрь, Дүшәмбе

08 ноябрь 2011 йыл, 10:45

«Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар – үҫеш территорияһы» форумы Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

«Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар – үҫеш территорияһы» форум-күргәҙмәһе 24-25 ноябрҙә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта үтәсәк. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, төбәктең йәмәғәт эшҡыуарлыҡ ойошмалары һәм фәнни учреждениелары сығыш яһай.

Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, форумдың тәүге көнөндә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса республика советы ултырышы үтәсәк.

Стәрлетамаҡта уҙғарыласаҡ форумды асыу тантанаһында вице-премьер Әнүәр Мәхмүтов ҡатнашасаҡ.

Форум сиктәрендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса тематик секциялар, бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендәге төрлө мәсьәләләр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар ойоштороласаҡ.

Секцияларҙың береһендә «Рәсәй терәге» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Сергей Борисов ҡатнашасаҡ. Ул дәүләт ярҙамы саралары, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес проблемалары һәм перспективалары тураһында һөйләйәсәк.

Секциялар эше һәм анкета тултырыу һөҙөмтәләре «Эшҡыуарлыҡ. Бәләкәй ҡалалар – үҫеш территорияһы» форум-күргәҙмәһенең резолюция проектын тәшкил итәсәк.

Бынан тыш, пленар ултырыш сиктәрендә Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн мәғлүмәт-консультация үҙәктәрен булдырыу тураһында «Рәсәй Һаҡлыҡ банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе менән республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты араһында килешеү төҙөләсәк.

Форум-күргәҙмә аҙағында «Йыл эшҡыуары — 2011» республика конкурсында һәм «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһы үтәсәк.