Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Теләүселәр «Минең илем» халыҡ-ара фотоконкурсында ҡатнаша ала

Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы «Минең илем» халыҡ-ара фотоконкурсы башланыуы хаҡында иғлан итә. Бәйгелә ҡатнашыуға донъяның барлыҡ илдәренән дә фоторәссамдар саҡырыла.

Конкурс өс категорияла үткәрелә: кешеләр, тәбиғәт һәм объекттар.

Сараны «Фотокор» компанияһы үткәрә. Ҡатнашыусы конкурсҡа тәҡдим иткән эшендә үҙе йәшәгән, йәки ҡасандыр булып киткән бер илдең үҙенсәлектәрен сағылдырырға тейеш. Ойоштороусылар билдәләүенсә, «минең» тигән һүҙ бәйгелә ҡатнашыусының шәхси ҡарашынан сығып, төрлөсә аңлатылыуы мөмкин.

Конкурста төрлө йәштәге һәүәҫкәр фоторәссамдар ҙа, профессионалдар ҙа ҡатнаша ала.

Тәүге өс урын яулаусылар приздар менән бүләкләнәсәк, ә еңеүсе «Фотокор»ҙың иң яҡшы фоторәссамы тип билдәләнәсәк.

Эштәр 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть