Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә БР мосолмандары Диниә назаратының йәнә бер бинаһы асыла

Йәмғиәт

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, 4 ноябрҙә, Өфөлә реставрациянан һуң Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты биналарының береһе асыласаҡ.  

Тантаналы сарала БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, мосолман руханиҙары, бағыусылар, ҡала халҡы ҡатнашасаҡ.

Пискуновтар йорто булараҡ билдәле XX быуат башына ҡараған ағас архитектура ҡомартҡыһы Башҡортостан биләмәһендә социаль инфраструктура объекттары төҙөлөшөн (реконструкцияһын) финанслау программаһы сиктәрендә бүленгән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте иғәнәһенә тергеҙелгән.

Элек Гоголь урамындағы был йортта БР мосолмандары Диниә назараты мөфтиәте урынлашҡан ине, әммә бинаның авария хәлендә булыуы арҡаһында Диниә назараты Чернышевский урамы, 103 адресы буйынса урынлашҡан элекке «Девон» ҡунаҡханаһының ремонтланған бинаһына күсерелә.

БР мосолмандары Диниә назараты бинаһын рәсми асыу тантанаһы Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 21 адресы буйынса сәғәт 12-лә үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть