11 декабрь, Йәкшәмбе

03 ноябрь 2011 йыл, 15:26

Эстрада йондоҙҙары 11 ноябрҙә ҙур хәйриә концертында сығыш яһай

автор: Тимур Рәхмәтуллин | фото: Андрей Старостин | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһында Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында республиканың музыкаль сәнғәт йондоҙҙары ҡатнашлығында ҙур концерт буласаҡ, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында «Байтул Мал» фонды директоры Артур Нәсибуллов.

Яҡланмаған ҡатлам вәкилдәренең, тәү сиратта, балаларҙың ихтыяждарына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, шулай уҡ бизнес-берләшмәне хәйриә ярҙамына дәртләндереү – ижади кисәнең төп маҡсаты.

Тамашасылар алдында Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Илмир Ғәзизуллин, Рәүилә Мәсәлимова, Азамат Ғафаров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Наил Шәймәрҙәнов, Геннадий Родионов, Радик Юлъякшин, Алһыу Ғәлина, МС Баш, «Бүреләр», «VIA Чаппа», «Арғымак» һәм башҡа популяр артистар сығыш яһаясаҡ.

Артур Нәсибуллов һүҙҙәренсә, концерттан алынған аҡса ҡышҡы каникулдарҙа балалар ялын ойоштороуға, социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәргә кәрәкле инвентарь һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

— Концерт ойоштороуға беҙ төрлө дини һәм йәмәғәт ойошмаларын, бизнес вәкилдәрен, киң мәлүмәт сараларын, дәүләт эшмәкәрҙәрен йәлеп итәбеҙ, — тине ул. – Был кисә республика халыҡтарының дуҫлығына, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең тағы ла яҡшырыуына булышлыҡ итергә тейеш, шулай уҡ етем балаларға, инвалидтарға, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ғәмәлдә ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирәсәк.

темалар: хәйриә