3 декабрь, Шәмбе

03 ноябрь 2011 йыл, 13:59

Октябрьский планетаның иң көслө көрәшселәре турнирына әҙерләнә

автор: Айҙар Камалетдинов

Октябрьский ҡалаһында 18 ноябрҙә – Билбау көрәше буйынса донъя кубогының команда ярыштары (ир-егеттәр, ирекле стиль), ә 19 ноябрҙә ЮНЕСКО-ның спорт буйынса советнигы, донъя Кубогын яулаусы, Халыҡ-ара билбау көрәше ассоциацияһының беренсе президенты, Октябрьский ҡалаһының почетлы гражданы Риф Ғайнанов иҫтәлегенә «Гран-при» серияһындағы икенсе халыҡ-ара турнирының шәхси ярыштары үтәсәк. Октябрьскийға планеталағы иң көслө билбау көрәше мәктәптәре вәкилдәре киләсәк. Бөгөнгө көндә Европа һәм Азияның 15 иле уйындарҙа ҡатнашыуын раҫлаған.

Риф Ғайнанов иҫтәлегенә Билбау көрәше буйынса беренсе халыҡ-ара турнир ҙа 2010 йылдың 3-5 декабрендә Октябрьский ҡалаһында үткәйне. Ул ваҡытта 16 илдән 260 кеше ҡатнашты. РФ Дәүләт Думаһы депутаты, олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин, Рәсәй Олимпия комитетының башҡарма директоры Марат Барыев, олимпия чемпиондары Шамил Хисаметдинов менән Морат Карданов уның почетлы ҡунаҡтары булды.

Ҡала хакимиәтендә бындай яуаплы ярыштарҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үтте. Ул планлаштырылған сараларҙың ваҡытында тормошҡа ашырылыуын күрһәтте, тип хәбәр итә «Октябрьский нефтяник» гәзите.

темалар: билбау көрәше