Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Һунарсы билеттарын 2012 йылдың 1 июленә тиклем яңыһына алмаштырырға кәрәк

Иҡтисад

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һунарсы билеттарын алмаштырыу һәм берҙәм федераль өлгөләге билеттар биреүҙе дауам итә. Иҫке, шулай ҙа һаман ғәмәлдә булған һунарсы билеттарын киләһе йылдың 1 июленә тиклем алмаштырырға кәрәк. Кире осраҡта һунарсы һунар ҡағиҙәләрен боҙоусы тип иҫәпләнә, һәм уны Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы яза көтә.  

— Берҙәм федераль өлгөләге һунарсы билетының мөҙҙәте сикләнмәгән һәм уны бөтә ил территорияһында ҡулланырға мөмкин. Билеттарҙы алмаштырыу һәм яңыһын алыу процесында һунарсылар тураһындағы мәғлүмәт берҙәм дәүләт һунарсылыҡ хужалығы реестрына индереләсәк. Был төбәктәге һунарсыларҙың аныҡ иҫәбен алырға мөмкинлек бирәсәк. Һунарсы билеттарын алмаштырыу һәм яңыларын биреү бушлай башҡарыла, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Нина Никандрова.

Билеттар алыу, алмаштырыу һәм ғәмәлдән сығарыуға бәйле бөтә һорауҙар буйынса (347) 272-83-68, 273-96-32 телефондары аша министрлыҡтың Йәнлектәр донъяһын һаҡлау буйынса идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть