7 декабрь, Шаршамбы

03 ноябрь 2011 йыл, 13:04

Марат Вәкилов РФ Юстиция министрлығының Пермь крайы буйынса идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатылды

автор: Әлим Фәйезов

РФ Юстиция министрлығының Пермь крайы буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәкилов вазифаһынан бушатылды. Хәҙер уның вазифаһын идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары Наталья Михляева башҡара, тип хәбәр итә «Российская газета».

Марат Вәкилов Пермдә өс йыл эшләгән һәм отставкаға йәше тулыу сәбәпле киткән. Хәҙер ул хаҡлы ялда, үҙенең тыуған яғы – Башҡортостанға ҡайтҡан. Әлеге мәлдә Өфөлә йәшәй.

темалар: суд системаһы