Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Вице-премьер Зөһрә Рәхмәтуллина интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Йәмғиәт

3 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаның онлайн-конференцияһы үтте.

11-ҙән 12 сәғәткә тиклем «Министрға һорау бир!» бүлегендә тейешле форма тултырып, «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыһы уға мөрәжәғәт итә ала ине. Вице-премьерға йәмғеһе 40-ҡа яҡын һорау бирелде, улар мәғариф системаһы, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт һәм башҡа өлкәләргә ҡағылды.

Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.

Зөһрә Рәхмәтуллинаның виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.

Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть