8 декабрь, Кесе йома

03 ноябрь 2011 йыл, 12:24

Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Өфөлә VIA «Чаппа» сығыш яһаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған концертта Өфөнөң популяр VIA «Чаппа» төркөмө сығыш яһаясаҡ. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

— Концерт Өфөлә, «Каруанһарай» сауҙа комплексы алдындағы майҙанда, 4 ноябрҙә киске сәғәт алтыла башлана, — тип аңлатма бирҙе ул. – Унда Өфө тамашасылары яратҡан башҡа музыкаль һәм бейеү коллективтары, атап әйткәндә, «Нечто» һәм «Нонсенс» төркөмдәре лә сығыш яһаясаҡ. Музыкаль бүләктәрҙән тыш, тамашасыларҙы байрам һыйы ла көтә, концертҡа килгәндәрҙең барыһына ла йылы бутҡа тәҡдим ителәсәк.