Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфө - Рәсәйҙең йәшәү өсөн иң уңай ҡалаларының береһе

Йәмғиәт

«Урбаника» территориаль планлаштырыу институты үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙең йәшәү өсөн уңай булған ҡалалары рейтингы билдәләнде. Рәсәйҙең уртаса статистик гражданы ихтыяжына йүнәлтелгән булыуы уның төп үҙенсәлеге булып тора, шуға күрә «хаҡ/сифат» күрһәткесе ҡаланың рейтингтағы урынын билдәләүсе төп параметр булды.

Асыҡланыуынса, был критерий буйынса Мәскәү миллиондан ашыу халҡы булған тәүге өс ҡала иҫәбенә инмәгән. Тәүге өс урынды үҙ-ара Санкт-Петербург, Өфө һәм Новосибирск бүлеште. Ә Рәсәйҙең иң-иң яҡшы ҡалаһы тип Сургут танылды.

«Урбаника» институты версияһы буйынса, Рәсәйҙең тәүге ун йәшәү өсөн иң уңайлы ҡалаһы иҫәбенә киләһеләр ингән: Сургут, Төмән, Краснодар, Нижневартовск, Санкт-Петербург, Өфө, Старый Оскол, Новосибирск, Мәскәү, Мурманск.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть