Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Евро-Өфө-Азия» мода форумына йомғаҡ яһалды

Йәмғиәт

2 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән «Евро-Өфө-Азия» XII мода форумында Лена Карнаухова ательеһы еңеүсе булды. Уның «Мария-Даниэла» пальто һәм күлдәктәр коллекцияһы мода форумы сиктәрендә үткән «Тормош байрам кеүек» конкурсында иң яҡшыһы тип танылды.

Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан производство комбинаты модельерҙары менән әҙерләнгән «Көнсығыш мозаикаһы» коллекцияһы икенсе урынды яуланы.

Өсөнсө урынға Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаусы Ғәлиә Хәйруллина сыҡты.

Призерҙар кубоктар һәм туҡыма, профессиональ техника алыуға сертификаттар алды.

Форумды ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһаны. Сарала 30 модалы кейем коллекцияһы тәҡдим ителде.

Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин фекеренсә, 12 йыл эсендә «Евро-Өфө-Азия» мода форумы иң яҡшы эштәрҙе тәҡдим итеү майҙансығына әүерелде.

— Беҙҙә клиенттың барлыҡ талаптарын да үтәй алырлыҡ ателье, дизайнер һәм кутюрьеларҙың булыуын барыһына ла күрһәтеү беҙҙең маҡсат булып тора. Мода индустрияһының билдәле белгестәренән тыш, конкурста йәш дизайнерҙарҙың да ҡатнашыуы ҡыуандыра. Ҡайһы берәүҙәренең эштәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, улырҙың ижади һәләттәре киләсәктә лә ҙур һорау менән файҙаланылыр, тип ышанғы килә, — тине жюри ағзаларының береһе, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең хеҙмәтләндереүҙәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть