10 декабрь, Шәмбе

03 ноябрь 2011 йыл, 9:06

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе Урал һәм Көнбайыш Себерҙең 20 иң ҙур предприятиеһы араһында

автор: Любовь Колоколова

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе Урал һәм Көнбайыш Себерҙең 20 иң ҙур машиналар эшләү компанияһы исемлегенә инде. «Эксперт-Урал» аналитик үҙәге баҫтырып сығарған рейтингыла «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Уралвагонзавод» фәнни-етештереү корпорацияһынан ғына ҡалышып, икенсе урын алды.  

2010 йылда һатылған продукция күләме һайлап алыуҙың төп критерийы итеп алынған. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең продукция һатыуҙан алынған табышы 20 млрд 376 млн һум тәшкил иткән.

Был исемлектә «Күмертау авиациа производство предприятиеһы», «Пермь моторҙар заводы», «Авиадвигатель» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре лә бар.

Урал һәм Көнбайыш Себерҙең иң эре 400 компанияһы рейтингында Өфө предприятиеһы 73-сө урында килә.

Исемлектәге 48 компания — машиналар эшләү тармағына, 38 компания Башҡортостанға ҡарай, тип хәбәр иттеләр Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең корпоратив коммуникациялар идаралығынан.