Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Борис Мелкоедов парламентарийҙарҙы милли киң мәғлүмәт саралары үҫеше тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт ойошмалары буйынса комитеты ултырышында республиканың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов милли киң мәғлүмәт сараларының һәм милли телдәрҙә китап баҫтырыуҙың үҫеше тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы.

Министр депутаттарға Башҡортостанда 1000 матбуғат баҫмаһы булыуы хаҡында әйтте. Гәзит һәм журналдар алты телдә сыға. Әлеге ваҡытта мәғлүмәт киңлеге үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған программа әҙерләнгән. Тәү сиратта, һүҙ матбуғат баҫмаларын электрон форматҡа күсереү хаҡында бара. Периодик баҫмаларҙың кәмеүе күҙәтелә. Халыҡ мәғлүмәт технологияларына өҫтөнлөк бирә башланы. Милли телдәрҙә сыҡҡан гәзит-журналдарға килгәндә, министр уларҙың мәҙәни йәһәттән кәрәк булыуын билдәләне.

Китап баҫтырыуға килгәндә, республикала «Китап» нәшриәте эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре өлгө булырлыҡ. Улар өс телдә бихисап китап сығара. Төбәк нәшриәттәре араһында «Китап» — өсөнсө, милли нәшриәттәр араһында беренсе урында тора.

Борис Мелкоедов һүҙҙәренсә, Башҡортостанда иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы сиктәрендә әлеге нәшриәт китаптар менән алмашыныу өлкәһендә Рәсәйҙең бер нисә төбәге менән бәйләнеш булдырған. Шулай уҡ нәшриәт сайтының популярлығы арта.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть