5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2011 йыл, 17:00

Рөстәм Хәмитов Геннадий Зюганов менән осрашты

автор: "Башинформ"

2 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Коммунистар партияһының Үҙәк комитеты рәйесе, Дәүләт Думаһындағы коммунистар фракцияһы лидеры Геннадий Зюганов менән осрашты.

Рөстәм Хәмитов һәм Геннадий Зюганов Рәсәйҙәге сәйәси, иҡтисади һәм социаль хәлдәр торошон тикшерҙе. Башҡортостан Президенты республиканың артабанғы үҫеше перспективалары, субъектта барған үҙгәрештәр тураһында һөйләне.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда барлыҡ сәйәси партияларға ла ихтирам менән ҡарауҙарын билдәләне. Республика Президенты фекеренсә, барлыҡ бәхәсле мәсьәләләрҙе лә дәлилле диалог барышында кәңәшләшеп хәл итергә мөмкин.

«Башҡортостан бөгөн яңы үҫеш стадияһында, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ тиҙ һәм киҫкен үҙгәрештәр тураһында һөйләмәйбеҙ, шулай ҙа, һис шикһеҙ, һеҙҙән өйрәнерлек нәмәләребеҙ бар. Һеҙ ҡыҙыҡлы фекерҙәр әйтәһегеҙ. Һәм ҙур сәйәсмән булараҡ һеҙҙең кәңәштәрегеҙ, алыҫтан күрә белеү һәләтегеҙ ҙә беҙҙең үҫешкә ярҙам итер, моғайын. Беҙ һөҙөмтәлә бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ, ә дөйөм алғанда Рәсәй йәмғиәтен тәшкил итәбеҙ».

Коммунистар лидеры Геннадий Зюганов Башҡортостан Президентына осрашыуҙы ойошторғаны өсөн рәхмәтен белдерҙе.

«Берәүҙе лә «һулдар» һәм «уңдар»ға айырмағанығыҙ, ҡараштарыбыҙҙы иғтибар менән өйрәнгәнегеҙ өсөн рәхмәт, – тине Геннадий Зюганов. – Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң үҫешкән ун төбәге исемлегендә. Республикала һәр даим тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ тантана итте, ә милли-мәҙәни мөнәсәбәттәр башҡалар өсөн өлгө булып тора. Бында һәр ваҡыт эшләй белделәр һәм әле лә эшләйҙәр», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Геннадий Зюганов, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.