6 декабрь, Шишәмбе

02 ноябрь 2011 йыл, 17:08

Өфө «Рәсәй Федерацияһының иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» конкурсында икенсе урын алды

автор: Әлим Фәйезов

РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин көн элгәре Рәсәйҙең иң төҙөк ауыл биләмәһе исеменә конкурста еңеүселәргә Хөкүмәт дипломдары тапшырҙы.

Великий Новгород, Түбәнге Кама ҡалалары, Белгород өлкәһенең «Төҙөүсе ҡала» ҡала биләмәһе, Ростов өлкәһендәге Целинское ауыл биләмәһе, Ставрополь крайының Сухая Буйвола ауылы һәм Липецк өлкәһендәге Преображеновский ауыл советы беренсе дәрәжә дипломдарға лайыҡ булды.

Икенсе дәрәжә дипломдар менән Новосибирск һәм Өфө бүләкләнде.

Өсөнсө дәрәжә дипломдарҙы Хөкүмәт башлығы Саранск, Хабаровск, Ижевск ҡалаларына тапшырҙы.

— Беҙҙең ҡалаларҙа, ауылдарҙа урамдар һәм ихаталар төҙөкләндерелә, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, юлдар, йәмәғәт транспорты һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлкәһе тәртипкә килтерелә. Халыҡ уңайлы йәшәһен, эшләһен, балалар үҫтерһен өсөн шарттар булдырыла, — тине Владимир Путин, конкурста еңеүселәрҙе ҡотлап.

Ул яҙыусы Александр Солженицындың Рәсәй яҙмышында урындағы үҙидаралыҡ роле тураһындағы һүҙҙәрен әйтеп ишеттерҙе: «Йылға гөрләүектәрҙән башлана».

Владимир Путин һәр мэрҙы, һәр ауыл биләмәһе башлығын халыҡ, айырым кеше мәнфәғәтенән сығып эш итергә саҡырҙы. Премьер, иң яҡшы муниципаль берәмектәргә Хөкүмәт тарафынан ярҙам күрһәтеү дауам ителәсәк, шул иҫәптән конкурстың приз фонды өс тапҡырға арттырыласаҡ, тип билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Рәсәйҙең иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе» исеменә конкурс РФ Хөкүмәте менән 2009 йылда булдырылды, тәүге тапҡыр ул 2010 йылда үткәрелде.