5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2011 йыл, 15:18

«Өфө» аэропорты ҡышҡы ваҡытҡа күсте

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты ҡышҡы расписание буйынса эшләүгә күсте.  Ул ағымдағы йылдың 30 октябренән киләһе йылдың 24 мартына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһынан сит илгә — Төркиәгә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Израилгә даими осоштар планлаштырылған. Ҡышҡы осорҙағы чартер программаһы донъяның ете илен үҙ эсенә ала. Улар иҫәбенә Төркиә, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Израиль, Һиндостан, Ҡытай, Таиланд кеүек традицион курорттар ҙа индерелгән.  

«Өфө» аэропортында аңлатыуҙарынса, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм Израиль курорттарының популярлығы был йүнәлешкә башҡа авиакомпанияларҙы ла йәлеп итеү мөмкинлеген биргән, даими рейстар менән бер рәттән улар чартер рейстарын да башҡара башлаған. Мәҫәлән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә икенсе йыл осоштар башҡарған «Урал авиалиниялары» авиакомпанияһынан тыш хәҙер Дубай – Өфө  маршрутында «ФлайДубай» авиакомпанияһы самолеттары ла даими оса башлаған. «Трансаэро» авиакомпанияһы чартер рейстары башҡара. «Ырымбур авиалиниялары» Эйлатҡа (Израиль) чартер осоштары асырға ниәтләй. Октябрҙән башлап Тель-Авивҡа ла аҙна һайын самолеттар оса.

БДБ илдәренә осоштар географияһы һәр ваҡыттағыса биш йүнәлештән ғибәрәт: Ташкент (Үзбәкстан), Ереван (Армения), Душанбе һәм Худжанд (Тажикстан), Баҡы (Әзербайжан).

Мәскәү менән Санкт-Петербургҡа яһалған традицион рейстарҙан тыш, Рәсәйҙең 13 ҡалаһына даими осоштар ҡаралған, улар халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланған Екатеринбург, Ҡазан, Краснодар, Надым, Нарьян-Мар, Нижневартовск, Түбәнге Новгород, Яңы Уренгой, Норильск, Ноябрьск, Сорғот, Төмән, Усинск кеүек йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала.

Когалым, Сорғот, Яңы Уренгой, Нижневартовск, Ноябрьск, Төмән, Ямбург, Усинск кеүек төньяҡ ҡалаларына заказ буйынса һәм вахта рейстары башҡарыла. Шулай уҡ Һамарға, Краснодар һәм Мәскәүгә чартер рейстары бар.

Билдәләнгән йүнәлештәр буйынса осоштар йышлығын арттырыу ғына түгел, маршрут селтәрен киңәйтеү ҙә «Өфө» халыҡ-ара аэропорты өсөн өҫтөнлөклө иҫәпләнә.  Ошоға бәйле Украина, Белоруссия, Германия, Чехия һәм Ҡытай ҡалаларына даими рейстар асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла. Яңы рейстарҙың 2012 йылдың йәйге расписаниеһында урын алыуы ла ихтимал.