Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә тыуымдың тотороҡло артыуы күҙәтелә

Йәмғиәт

Өфөлә һуңғы биш йылда халыҡ үлеме күрһәткесе 4,8 процентҡа кәмегән.  Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Нәсимә Күсемова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ҡалала демографик хәлдәрҙең яҡшырыуына өсөнсө йыл рәттән күҙәтелгән тыуым артыуы ла йоғонто яһай. Был арала халыҡтың тәбиғи артыуы Өфөлә ун мең кешегә иҫәптә өсәүҙән 21 кешегә еткән.

Нәсимә Күсемова Өфө халҡының сәләмәтлегенә экологик хәлдәрҙең, аҙыҡ-түлек сифатының һәм медицина хеҙмәтләндереүенең йоғонтоһо тураһында ла һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ҡала атмосфераһына ташланған бысраҡ матдәләр күләме былтыр 345 мең тоннанан ашыуҙы тәшкил иткән. Шуларҙың 220 меңе – автотранспорт төтөнө.  Йәнә уҙған йылда Өфө биләмәһендә алынған һыу пробаларын тикшереү барышында гигиена нормативтарынан тайпылыуҙың 28 осрағы теркәлгән. Санитар-химик күрһәткестәр буйынса тайпылыштар булмаған. Нәсимә Күсемова әйтеүенсә, Өфөлә профессиональ ауырыуҙар кимәле әлеге мәлдә республика кимәленән түбән булып ҡала – 10 мең хеҙмәткәргә иҫәптә 0,93 һәм 1,74 процент.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть