Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан игене Бангладешҡа ебәреләсәк

Иҡтисад

Башҡортостан игененә ҡыҙыҡһыныу арта. Бөгөнгө көнгә республиканан ситтә яҡынса 10 мең тонна яңы иген һатылған. Ноябрҙә был һандың 20 мең тоннаға етеүе ихтимал. Яңы йыл алдынан Башҡортостан игенен Бангладешҡа поставкалау планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Был ил йыл һайын беҙҙән 300 мең тоннаға тиклем иген һатып алмаҡсы. Шундай уҡ һөйләшеүҙәр башҡа импортерҙар менән алып барыла.

Эксперттар мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан иген етештереү буйынса Рәсәйҙең иң эре төбәктәренең береһе булып тора.

Республикала бойҙайҙы тәрән эшкәртеү буйынса предприятиелар төҙөү планлаштырыла, был проектты тормошҡа ашырыу өсөн әлеге ваҡытта ауыл хужалығы ведомствоһы инвесторҙар эҙләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть