4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2011 йыл, 13:11

Күгәрсен районында балалар дарыны тоҡандырғанда аяҡ-ҡулдарын яндырған

автор: Ольга Мортазина

Нуҡай ауылынан алты һәм туғыҙ йәшлек малайҙар көслө тән бешеүҙәре алған. Ғәҙәттән тыш хәлгә ут менән шаярыу сәбәпсе булған. Шишәмбе көндө кисен балалар урамда уйнай һәм хужалары өйҙә булмаған, ҡарауһыҙ ҡалған йортҡа инә.  Балалар унда дары таба һәм уны иҙәндә яғырға ҡарар итә.  

— Дары гөлт итеп тоҡана, балаларҙың бите, аяҡ-ҡулдары яна. Улар ата-әсәләренә йүгерә, ололар тиҙ ярҙам саҡыра. Медиктар икенсе, өсөнсө дәрәжәләге тән бешеүҙәрен теркәгән. Балалар дауаханаға урынлаштырылған. Дарыға ут төрткәндән һуң янғын булмаған, — тип хәбәр итте Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Марат Борханов.