7 декабрь, Шаршамбы

02 ноябрь 2011 йыл, 13:10

Өфөнөң иң яҡшы йәш модельерҙары туҡыма һәм теген машиналары менән бүләкләнәсәк

автор: Галина Бахшиева

Бөгөн Өфөлә, 15 сәғәттә, йыл һайын үткәрелеүсе «Евро-Өфө-Азия» форумы асыласаҡ. Ул «Нефтсе» мәҙәниәт һарайының өсөнсө ҡатында үтәсәк.

— Дөйөм алғанда «Евро-Өфө-Азия-2011» мода форумында 30 кеше ҡатнашасаҡ. Уларҙың күпселеге – ателье хеҙмәткәрҙәре йәки шәхси эшҡыуарҙар. Бынан тыш, конкурсҡа үҙ эштәрен Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаусылар, шулай уҡ 38-се һөнәри лицей уҡыусылары һәм педагогтары тәҡдим итәсәк, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Өфө ҡалаһы хакимиәтенең хеҙмәтләндереүҙәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова.

Форумды ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһаны.

— Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла кубок, мода форумы логотибы төшөрөлгән сәғәт, шулай уҡ туҡыма алыуға сертификат аласаҡ. Өс иң яҡшы коллекция авторына килгәндә, алда әйтеп үтелгән бүләктәрҙән тыш, уларға профессиональ техника алыу өсөн ун, һигеҙ һәм алты мең һумға сертификаттар тапшырыласаҡ, — тип һөйләне Ольга Завьялова.

Шулай уҡ бөгөн «Евро-Өфө-Азия-2011» мода форумы сиктәрендә журналистар өсөн «Мода тураһында репортаж» конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. Был бәйге мода форумы тарихында тәүгә үткәрелә. Унда мода, модельерҙар, мода тенденциялары, беҙҙең республикала етештерелгән модалы кейем коллекциялары тураһындағы материалдар авторҙары ҡатнаша. Был конкурста еңеүселәргә лә ойоштороусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

темалар: мода